Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2024, 16:00

Япраҡ бейеүе

Бейей-бейей янға төшөп килә Алтын ялатылған көҙгө япраҡ. Уның көйөн ишетәйем тиеп, Кескәй мәлгә ел дә тына һымаҡ. Япраҡ кәйефенә көйләнәмен, Көҙ моңона мин дә иҙрәп китәм. Күбәләктәй генә ҡанат елпеп, Ҡояш нуры булып инеп китәм. Тереклектә һәр бер күҙәнәккә – Йәшәү балҡыштарын шулай тоям. Йәнемдәге яҡтылығым менән Башҡа күңелендә тамға уям. Ул иҫтәлек минең ғүмеремдән – Япраҡ моңо ошо хаҡта һөйләй. Ҡайһы яҡҡа елдәр иҫкәндә лә, Ул бейеүен тыуған ергә көйләй. Күбәләктәй генә талпыныр ҙа Тынып ҡалыр бер саҡ, ерҙе ҡосоп. ...Был ғүмерҙәр – ағас ботағынан Ергә тиклем бейеп төшкән осор. Рита Фәтҡуллина.

Япраҡ бейеүеЯпраҡ бейеүе
Япраҡ бейеүе

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас