БР Тәфтиш идаралығы интернетты мониторинглау барышында йәштәр төркөмөнөң ирҙе туҡмауы тураһында видеояҙмаға тап булған. Үтеп барған ҡатын был хәлгә битараф ҡалмай, уларҙы туҡтатырға маташҡас ҡына, һөжүм итеүселәр ваҡиға урынынан ҡаса.
Октябрьский ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан РФ Енәйәт кодексының 213-сө статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта зыян күргән ирҙе һәм һөжүмгә ҡатнашлығы булған кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында тәфтиш эштәре һәм оператив саралар үткәрелә, үҫмерҙәрҙең ғәмәлдәренә тейешле хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.