Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября 2024, 04:00

Тире ауырыуы нимәнән була?

Нимә ул  “атопик дерматит”? Уны нисек дауаларға?

Тире ауырыуы нимәнән була?Тире ауырыуы нимәнән була?
Тире ауырыуы нимәнән була?

"Атопик дерматит"  – ул   тире ауырыуы. Тәнгә сабыртма сығып, ҡысыу менән билдәләнгән дауамлы йоғошһоҙ сир.  Сабыртма бөтә тәнгә тигеҙ таралмай, урыны-урыны менән килеп сыға. Иң тәүҙә тәндең бөгөлгән урындарында барлыҡҡа килә.  Тора-бара тире кибә, ҡытыршылана. Бынан тыш,   түҙеп торғоһоҙ ҡысытыу йонсота.  Быларҙың барыһы ла тиреләге матдәләр алмашыныуының боҙолоуына бәйле барлыҡҡа килә. Йәғни  тиренең күҙәнәктәрендә фосфолипидтар һәм майлы кислоталар кимәле түбәнәйә.  Һөҙөмтәлә уның һаҡлаусы майлы ҡатламы зарарлана.

Асыҡланыуынса,  ауырыуға  аллергияға бирешеүсәнлек тә сәбәпсе булыуы ихтимал.  Бынан тыш, тире күҙәнәктәрендә майҙар алмашыныуының боҙолоуы нәҫелдән дә бирелергә мөмкин.  Йыш ҡына был сирҙең психо-эмоциональ көсргәнештән һуң башланыуы күҙәтелә. Шулай уҡ башҡа ауырыуҙар нигеҙендә лә көсәйеп китеүе бар. Мәҫәлән, организмда  матдәләр алмашыныуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, үт юлдарының  нәҙегәйеүе, йыуан һәм нәҙек эсәктәге полиптар һәм ялҡыныһыныу процестары ла уға этәрес биреүе билдәле.

Күп кенә белгес, ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе – өйҙәге туҙандың талпандары, шулай уҡ йорт хайуандарының йөнө, һәм үҫемлектәрҙең һеркәһе, тип иҫәпләй.

Ҡатын ауырлы булғанда кисергән көслө стресс, йәки уның тәмәке тартыуы, баланы шешәнән имеҙеү – быларҙың барыһы ла балала ошо ауырыу барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Сирҙең аҙыуына ҡайһы бер дарыуҙар ҙа сәбәпсе. Бигерәк тә антибиотиктар менән һаҡ булырға кәрәк.

Ҡыҙғаныҡсҡа ҡаршы, һанап үтелгән факторҙарҙың ҡайһыныһының айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә булыуы әлегә билдәле түгел. Шунлыҡтан, әгәр ҙә бындай диагноз ҡуйылған икән, алда әйтеп үтелгән ауырыуҙарға тикшерелеү үтергә һәм төп сәбәбе асыҡланғас ҡына дауаланыуҙы башларға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ ауырыуға килтереүсе сәбәптәрҙең барыһына ла иғтибар итеп, уларҙы бөтөрөү юлын да уйларға онотмағыҙ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас