Ғәҙәттә, теште ни тиклем оҙағыраҡ һәм ентеклерәк таҙартһаң, шул тиклем яҡшыраҡ, тиҙәр. Әммә инглиз ғалимдары был ҡараш менән килешмәй. Уларҙың фекеренсә, теште артыҡ ныҡ баҫым яһамай ғына 2 минут таҙартыу ҙа етә. Юғиһә, теш ҡаҙнаһына һәм эмаленә зарар килтереү хәүефе арта. Иң мөһиме – йышыраҡ таҙартыу, йәғни көнөнә ике тапҡырҙан кәм булырға тейеш түгел.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.