Ваҡиға урынына юл булмай, элемтәнең дә юҡлығы асыҡлана. Тиҙ арала ҡотҡарыу эштәре ойошторола. Эҙләүҙәргә шулай уҡ зыян күреүсенең танышы ҡушыла, ул ирҙең яҡынса ҡайһы тирәлә булыуын белә, сөнки улар бергә һунар иткән була. Төнгө сәғәт өстәр тирәһендә ул зыян күреүсене табыуы тураһында хәбәр итә. Күмертау ҡалаһының ҡотҡарыусылары (БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты) фельдшер менән бергә, зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн, квадроциклда улар янына юллана. Иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡотҡарыусылар зыян күреүсе һәм ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы менән бергә Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһына барып етә.
Фото: МЧС РБ.