Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2024, 03:00

“Башҡортостанда мәҙәни мираҫҡа үҙенсәлекле ҡараш булдырылған”

Сентябрҙә Өфөлә  ижади һәм ғилми интеллигенцияның халыҡ-ара форумы үткәрелде. Унда Рәсәй Президенты В.В. Путиндың халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой ҡатнашты. Ул мәҙәни сарала республиканың төрлө этностарҙың үҙ-ара дуҫлыҡта йәшәүен, беҙҙә толерантлы мөхит булдырылыуын билдәләне. Күптән түгел “Российская газета”ла  мәҙәни вәкилдең Башҡортостанда мәҙәни мираҫҡа үҙенсәлекле ҡараш булдырылыуы тураһында  мәҡәләһе донъя күрҙе.

“Башҡортостанда мәҙәни мираҫҡа үҙенсәлекле ҡараш булдырылған”“Башҡортостанда мәҙәни мираҫҡа үҙенсәлекле ҡараш булдырылған”
“Башҡортостанда мәҙәни мираҫҡа үҙенсәлекле ҡараш булдырылған”

Михаил Швыдкой Турахан кәшәнәһе, уның биләмәһендә төҙөлә башлаған Евразия күсмә цивилизациялар музейы, тәүтормош кешеләренең һүрәттәре һаҡланған Шүлгәнташ мәмерйәһе, уға арналған тарихи-мәҙәни музей комплексы тураһында яҙа. Автор республикала тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш йәшәп килгәнгә һоҡланыуын белдерә. Башҡортостан етәкселеге киләсәкте үткәндәрҙең ныҡлы нигеҙенә таянып ҡына төҙөргә мөмкин икәнлеген асыҡ аңлай, тигән фекерҙе еткерә Михаил Швыдкой. 

БР Башлығы Радий Хәбиров  республика мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. Заман талаптарына яуап биреҙәй, бер урындарҙа ла ҡабатланмаған бренд проекттар булдырылған. Тарихи урындарҙы ғилми күҙлектән  өйрәнеү, һаҡлау, халыҡты  ҡыҙыҡһындырыу өсөн күп көс һалына. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы, Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейында тәжрибәле белгестәр, ғалимдар Рәсәйҙә тиңе булмаған тарихты өйрәнә, археологик экспозицияларҙан табылған ҡомартҡыларҙан экспозициялар әҙерләй. Башҡортостанда 5702 мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә. Беҙҙә мәҙәни мираҫты һаҡлау йәһәтенән ярайһы ҙур тәжрибә тупланған.

“Милли мираҫыбыҙҙы һаҡлау, уны популярлаштырыу беҙҙе төрлө дәүерҙәр һәм быуаттар менән бәйләгән бер күпер булып тора”, – тип белдергәйне бер сығышында БР Башлығы Радий Хәбиров.

Фәүзил Маликов, “Шүлгәнташ”  тарихи-мәҙәни музей комплексы директоры:

  • Тәүтормош кешеләренең бөтә һүрәттәрен дә мәмерйәлә туристар күрә алмай ине. Беҙҙең музейҙа уларҙың барыһы ла күрһәтелгән. Иркенләп йөрөп ҡарап, мәмерйәнең тарихы, ташбыуат осоронда кешенең йәшәйеше нисек булғанлығы, был тарихи ҡомартҡыны өйрәнеүсе ғалимдар менән танышырға була. Киләсәктә лә был комплекс музей ғына түгел, Ҡаяға һүрәт төшөрөүҙе өйрәнеүҙең ғилми үҙәге буласаҡ. Туристар йыл әйләнәһенә күп килә. Туристик турҙар һатыусы эшҡыуарҙар ҙа хәҙер музей асылғас, путевкалар еңел, һатыла, тиҙәр. Бөрйән районы өсөн туризмды үҫтереүгә ҙур этәргес булды ул. Мәҙәни объект булдырылғас, музей урынлашҡан Морат туғайына район үҙәгенән асфальт юл һалынды, киләһе йыл бина “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыласаҡ. “Музейҙар олимпы” конкурсында беҙҙең музей Рәсәйҙең 9 иң яҡшы музейы исемлегенә инде. Мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыуҙа, һаҡлауҙа ошондай музей комплектарҙың әһәмиәте ҙур. Уны беҙ Испания, Франциялағы музейҙарҙы өйрәнеп, ҡарап булдырҙыҡ. Ундағы ғалимдар беҙҙекен килеп ҡарап, һеҙҙәге музей яҡшыраҡ та килеп сыҡҡан , тип һоҡланыуын йәшермәне. Беҙ ҡайһы бер нәмәләрҙә ғилми яҡтан алға киткәнбеҙ.  

Уникаль археологик ҡомартҡы – “Шүлгәнташ” мәмерйәһенең ҡая рәсемдәре”н ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Халыҡ-ара ойошма эксперттары  был объктҡа ҙур баһа биргән . Палеолит дәүеренең ҡая һүрәттәренә арналған  урын киләсәктә лә донъянан ғалимдарҙы йәлеп итер,тарихыбыҙҙы бөтә донъяға танытҡан ғилми-мәғрифәт үҙәге булып, туристарҙы тартып торған үҙәк булыр, тип уйлайбыҙ.

 

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас