Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентября 2024, 16:45

Йылайыр районының социаль приюты проекты президент грантына лайыҡ булды

Йылайыр  районы Матрай ауылындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют “Беҙҙең ихата теплицаһы” проекты менән   президент гранты  фондында еңеү яуланы.

Йылайыр районының социаль приюты проекты президент грантына лайыҡ булдыЙылайыр районының социаль приюты проекты президент грантына лайыҡ булды
Йылайыр районының социаль приюты проекты президент грантына лайыҡ булды

  — Беҙҙең проект  ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, ул үҙаллы тормошҡа әҙерләү һәм ауыл хужалығы һәм агрокультура менән бәйле профориентация биреүҙе күҙ уңында тота.  Проекттың маҡсаты – тәбиғи фәндәргә, ауыл хужалығы хеҙмәте менән бәйле һөнәрҙәргә  ҡыҙыҡһыныу уятыу. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта йәшелсә-емеш һәм сәскәләр үҫтереү өсөн майҙан бар. Йылы яратыусы культуралар үҫтереү һәм иртә уңыш алыу өсөн беҙгә теплица кәрәк. Теплица һатып алып ҡуйғандан һуң  беҙҙең тәрбиәләнеүселәр витаминдарға бай экологик таҙа йәшелсәләр, сәскәләр үҫтерә аласаҡ, – тип һөйләй соцаиль приюттың директоры Дилә Аҡҡусҡарова.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас