- Бындай форумдар студенттар өсөн дә, университет өсөн дә мөһим. Бында йәштәрҙең күрше өлкә вәкилдәре менән танышыу, шулай уҡ үҙ компетенцияларын күтәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Ә юғары уҡыу йорто, үҙ сиратында, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бирә, сөнки беҙҙең бурыс – сығарылыш уҡыусыһын дипломлы кеше генә түгел, ә төрлө яҡлы белгес итеп эшләү, - тип аңлатма бирҙе йәштәр сәйәсәте буйынса проректор-ӨДНТУ-ның йәштәр сәйәсәте буйынса идаралығы начальнигы Антон Глазков.
Форумда эш фото, видео, дизайн һәм SMM буйынса ойошторолған. Ҡатнашыусылар идеаль кадр төҙөү серҙәрен беләсәк, фото һәм видео эшкәртеү программаларын үҙләштерә, репортаждар эшләргә һәм социаль селтәрҙәр алып барырға өйрәнәсәк.
Сара 28 сентябрҙә тамамлана. Йомғаҡлау көнөндә ҡатнашыусылар алған белемдәрен әҙерләнгән медиапроекттарҙы яҡлауҙа күрһәтәсәк.