Ратмир Мәүлиев Курскиҙа “Ральф” позывнойлы яҡташыбыҙ менән осрашҡан. Яугир элек МВД структураһында хеҙмәт иткән, ҡалала йәмәғәт тәртибен һаҡлаған. Бөгөн иһә алғы һыҙыҡта тыуған илде, ватандаштарҙы, беҙҙе һаҡлай.
“Беҙҙең егеттәр Курск, Белгород өлкәләре һағында тора. Уларға хәрби бурыстарын үтәү өсөн автомобиль, РЭБ средстволарын тапшырҙыҡ”, – тип яҙған социаль селтәрҙә Өфө мэры.
Әйткәндәй, Ратмир Мәүлиев Курск ҡалаһы башлығы Игорь Куцак менән ҡалалар араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү ниәте протоколына ҡул ҡуйған. Дошман һөжүменән зыян күргән был ҡалаға беҙ гуманитар ярҙам да йыйып ебәргәйнек.
Белгород ҡалаһына ла ярҙам тапшырылған: йылы кейемдәр, һыу, аҙыҡ-түлек – быларҙың береһе лә артыҡ түгел.
Ратмир Мәүлиев менән Белгород ҡалаһы башлығы Валентин Димидов хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Һәр төрлө заманда ла беҙ, Рәсәй төбәктәре, бергә булырға тейешбеҙ.
Ә яуҙағы һәр һалдатыбыҙҙың өйҙәренә имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)