Төн уртаһында Ишембай-"Нефтсе" совхозы автомобиль юлының 4-се километрында 36 йәшлек урындағы кеше "Лада Приора" руле артында идара итеүҙе юғалтып, күперҙең тимер ҡоймаһына бәрелә лә, юлдан осоп, түңкәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 34 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Был факт буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә (бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән).
Фото: БР ДАИ.

