Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2024, 12:30

Их, егет...

Өфө районында йәшәүсе 41 йәшлек ир интим хеҙмәт алырға теләп, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән.

Их, егет...Их, егет...
Их, егет...

"Онотолмаҫлыҡ төн" зыян күреүсегә 3 миллион һумға тиерлек төшә.

Ир кисен ләззәт алыр өсөн Интернет киңлектәрендә тематик сайтты эҙләп таба һәм оҡшаған ҡыҙҙың фотоһын һайлай. Заказ биреү өсөн ауыл кешеһе күрһәтелгән номерға шылтыратып, "салон менеджеры" менән һөйләшә.

Ялған хеҙмәткәр, һайланған ҡыҙ өсөн 3,5 мең һум күләмендә алдан түләү кәрәк, тип аңлата.

Клиент түләй.

Әммә "салон менеджеры" түләү барышында ирҙең арҡаһында техник өҙөклөктәр килеп сығыуын һәм шуның өсөн 85 мең һум күләмендә түләүҙе яңынан башҡарырға кәрәклеген хәбәр итә.

Ирҙең һылыу ҡыҙ менән күңел асырға теләге ныҡ көслө була, шуға ла муттарҙың бөтә күрһәтмәләрен дә ихлас үтәй. Бер нисә тапҡыр аҡса күсергәндән һуң, зыян күреүсенең шиктәре тыуа, әммә "директорҙың" шылтыратыуы уларҙы юҡҡа сығара. Заказ буйынса фекер алышыуҙар һәм артабан аҡса күсереүҙәр, ғариза биреүсенең банк карталары ябылғанға тиклем дауам итә. Был хаҡта аферистарға хәбәр иткәс, улар ирҙән көлөп, үҙҙәренең мутлашыусы икәнен, уны рәхәтләнеп алдауын әйтә.

Дөйөм алғанда, зыян күреүсе муттарға яҡынса 3 миллион һум шәхси аҡса күсергән. Был мутлашыу факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас