Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2024, 03:00

«Хрущев ҡамыры»

Эйе, шундай ҙа бар икән. Кем белә? Хрущев иптәштең исеменә бәйле булһа, ул нисә йыл элек йәшәгән әле?

«Хрущев ҡамыры»«Хрущев ҡамыры»
«Хрущев ҡамыры»

Ингредиенттары:
2-3 стакан он

200 мл йылы һөт

Бер йомортҡа
80 г аҡ май
40 мл үҫемлек майы
0,5 балғалаҡ тоҙ
1 балғалаҡ шәкәр
1 ҡоро сүпрә

Ондо мотлаҡ иләп алығыҙ, кислородҡа байыһын. Һөттө йылытырға. Ғөмүмән, бөтә аҙыҡ-түлек йылы йәки бүлмә температураһында булырға тейеш.

Һауытҡа бер стакан он, тоҙ, шәкәр, сүпрәне һалып бутарға. Шунан һөттө, иретелгән аҡ майҙы, үҫемлек майын ҡушырға. Йомортҡаны һытып һалырға. Болғағас, шыйығыраҡ ҡамыр килеп сыға. Уға ҡалған ондо әҙ-әҙләп һалып бөтөргә һәм йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡулға йәбешмәһен. Ҡамырҙы пленкаға урап ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ул ике-өс тапҡырға ҡабарырға тейеш.

Артабан ҡамырҙы алып, ярты сәғәт самаһы йылытырға.

Теләгән ризығығыҙҙы бешерә алаһығыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас