Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2024, 08:00

Хеҙмәттәшебеҙҙең яңы эшен бергәләп баһалайыҡ

"Иғтибарығыҙға ошондай  бортлы кузовлы ГАЗ-51 йөк машинаһын тәҡдим итәм" , – ти ул.

Хеҙмәттәшебеҙҙең яңы эшен бергәләп баһалайыҡХеҙмәттәшебеҙҙең яңы эшен бергәләп баһалайыҡ
Хеҙмәттәшебеҙҙең яңы эшен бергәләп баһалайыҡ

"Бының кеүек автомобиль өҫтөндә ГАЗ Бөйөк Ватан һуғышына тиклем эшләй башлаған, яу яландары тынғас "Газон" конвейерға ҡуйылған. Кабинаһын ленд-лиз буйынса Американан килгән "Studebaker US6" машинаһыҡына оҡшатып йыйғандар, мотор, КПП кеүек агрегаттар бығаса сығарылған моделдәрҙә ҡулланылған. ГАЗ-51 1975 йылға хәтлем өс миллиондан ашыу данала сығарылған.

 

Модель иһә 1946 йылдан 1955 йылға хәтлем етештерелгән "Газон"ды күрһәтә. Ул мәлдә кабина ағас деталдәр ҡулланып йыйылған, ҡыйығына иһә брезент ҡапланған. Аҙаҡтан, ГАЗ-51А модификацияһынан ғына тулыһынса металдан кабиналар киткән.

Модель "D.N.K." фирмаһыныҡы. Кабина, рама, кузов ыҫмаланан яһалған. Грунтлап буяғандан һуң лакланым, смывка яһаным, декалдәрен йәбештерҙем.

Кузовҡа иһә ағас будка ҡуйырға булдым. Һыуыҡ мәлдә, ямғыр-маҙарҙа ышыҡланырға, йылынырға йәтеш ундай надстройкаларҙы авторемзаводтар, предприятиелар үҙ көстәре менән эшләп сығарған. Армия, производство, ауыл хужалығы кеүек тармаҡтарҙа ҡулланыу өсөн КУНГ кузовтары ла булған.

Будка кузовтан еңел генә алына, уны айырым ултыртырға була, башҡа йөк машиналарына һыя. Өлөштәре туңдырма таяҡсалары кеүек йоҡа ағастан, шпондан йәбештерелеп йыйылған. Эстә тимер мейес, һике, өҫтәл бар, ҡыйығы алына, ишеге асыла. Кузовта мискә, утын ағастары, канистра ла ята.   

Моделдәрҙе йыйыу дауам итә, иғтибар өсөн рәхмәт!"

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас