Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентября 2024, 15:31

Фәндәр докторы ла алдана...

Фәндәр докторы, 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, халыҡ-ара кимәлдәге ғалимға "Википедия" хеҙмәткәре булып танылған ҡыҙ шылтырата һәм был интернет-энциклопедияға уның ғилми эшмәкәрлек өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында мәҡәлә яҙырға тәҡдим итә.

Фәндәр докторы ла алдана...Фәндәр докторы ла алдана...
Фәндәр докторы ла алдана...

Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе асыҡлау маҡсатында махсус ҡушымта урынлаштырыу ғына талап ителә, ти ҡыҙ. Ғалим махсус ҡушымтаны телефонына ҡуйғас, уның ярҙамында енәйәтселәр банк ҡушымтаһына ситтән тороп инеп, иҫәбенән аҡса урлай.

Уяу булығыҙ! Әгәр ҙә һеҙҙең хаҡта интернетта ниндәй ҙә булһа асыҡ мәғлүмәт бар икән, иртәме-һуңмы муттар һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, һеҙҙең көсһөҙлөктән файҙаланасаҡ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас