Эш башлап тороусы ханым 600 мең һум күләмендә бирелгән ярҙам аҡсаһына спа-салоны өсөн массажерҙар, заманса ҡорамалдар һатып алған һәм косметика саралары һанын арттырған.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы уңайлы шарттарҙа займдар бирә. Эш башлаусыларға (бизнесы асылыуына ике йылға тиклем булһа) йылына 8 процент ставка менән 5 миллион һумға тиклем кредит алыу мөмкинлеге бар.
Үрҙә телгә алған Өфө эшҡыуары Айгөл Губачева тейешле курстарҙа уҡыған, квалификацияһын күтәргән. Бынан тыш, уның үҙаллы әҙерләгән хәүефһеҙ спа-программаһы ла бар. Айгөл ханым социаль контракт мөмкинлектәренән дә файҙаланған. Эшләйем тиһәм, эш һәм уңайлы шарттар күп ул.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.