Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2024, 07:34

Биш кеше йәрәхәтләнгән...

Иртәнге сәғәт туғыҙынсыла Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 77-се саҡрымында Әбйәлил районының 64 йәшлек кешеһе "Газель" автомобилендә алда барған машинаны уҙған саҡта идара итеүҙе юғалта. Шул ваҡытта Өфөнән 54 йәшлек ир "Шкода Октавия"ла уға барып бәрелә.

Биш кеше йәрәхәтләнгән...Биш кеше йәрәхәтләнгән...
Биш кеше йәрәхәтләнгән...

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән "Газель" водителе һәм уның пассажиры, "Шкода" водителе һәм уның ике пассажиры дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының нескәлектәре асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Биш кеше йәрәхәтләнгән...
Биш кеше йәрәхәтләнгән...
Биш кеше йәрәхәтләнгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас