Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентября 2024, 12:00

Ҡурҡыныс янғын

Бөгөн көндөҙ Белорет районының Тимер юлы ауылында ҙур бина янған. 

Ҡурҡыныс янғынҠурҡыныс янғын
Ҡурҡыныс янғын

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килеп еткәндән һуң 20 минут үткәс тә янғын локализациялана. Янғын һүндереүгә шулай уҡ 8 берәмек техника һәм 20 кеше иҫәбендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм объект янғын һағы көстәре һәм саралары йәлеп ителә. Берлектәге тырышлыҡ менән янғын һүндерелә. Зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәптәрен асыҡлап, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.

Өфөлә ҡатындың кейеменә ут тоҡанып, дауаханаға эләккән: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-26/atyndy-keyemen-ut-to-an-an-3946556

Учалы районы Миндәк ауылында янғын һүндереүселәргә һәйкәл асылған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-26/kis-uchaly-rayonynda-yan-yn-ndere-sel-rg-yk-l-asyldy-3946614

Әйткәндәй, уҙған тәүлектә республикала 38 янғын теркәлгән, шуларҙың 18-е шәхси торлаҡ секторында булған.

Фото: МЧС РБ.

 

Ҡурҡыныс янғын
Ҡурҡыныс янғын
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас