Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентября 2024, 14:30

Уҙған тәүлектә республика халҡы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан...

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу менән бәйле 26 хәбәр килә.

Уҙған тәүлектә республика халҡы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан...Уҙған тәүлектә республика халҡы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан...
Уҙған тәүлектә республика халҡы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан...

Туймазы районы полицияһына 39 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның әйтеүенсә, енәйәтселәр уға көндөҙ шылтыратып, үҙҙәрен дистанцион эш менән шөғөлләнгән компания хеҙмәткәрҙәре итеп таныта. Ҡатынға клиенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса банктың партнерлыҡ программаларында аҡса эшләргә тәҡдим итәләр һәм махсус "эш хаҡы" иҫәбенә 5 мең һум аҡса һалырға күндерәләр.

Ҡатын, тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, "эш буйынса консультант" тип аталған кеше менән бәйләнешкә инә, ул иҫәптән аҡса алырға ярҙам итергә вәғәҙәләй. Телефон аша һөйләшеү барышында мутлашыусылар ҡатындың банк иҫәбендә шәхси аҡса туплауын белеп ҡала һәм уға махсус иҫәптәргә күсереп, аҡсаны валютаға әйләндерергә тәҡдим итә. Ҡатын муттарға 860 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Ул хатта кредит картаһын рәсмиләштерергә өлгөрә һәм унан аҡса күсерергә планлаштыра, әммә был турала белеп ҡалған ире уны туҡтата. 

Август башында Өфөлә йәшәгән 47 йәшлек иргә билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Үҙен банк хеҙмәткәре итеп танытып, шылтыратыусы аҡса эшләү өсөн махсус платформала брокер иҫәбе асырға тәҡдим итә. Ир риза була һәм күрһәтелгән реквизиттар буйынса 5 мең һум самаһы күсерә. Бер аҙна дауамында ул платформала аҡса эшләүҙе өйрәнә, ә һуңынан уға ҙурыраҡ сумманы индерергә тәҡдим итәләр. 55 мең һум аҡсаны "брокер" иҫәбенә күсергәс, аҡса шунда уҡ уның виртуаль янсығында күренә. Шул саҡта енәйәтселәр ставкаларҙы арттырырға ҡарар итә һәм иргә тағы ла ҙурыраҡ сумма һалырға, шулай уҡ махсус килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Тәүҙә ир баш тарта, әммә аферистар, был маҡсатта кредит алыу еңел, тип, ныҡышмалы рәүештә шылтыратып ҡаңғырта. Ахырҙа зыян күреүсе банкка барып, кредит ала һәм кәрәкле сумманы үҙ картаһына индерә. Яманлыҡ ҡылыусыларға аҡса күсерергә маташҡанда, банк операцияны кире ҡаға. Ир ярҙам һорап, яҡындағы бүлексәгә мөрәжәғәт итә, әммә финанс хеҙмәткәрҙәре ваҡытында полиция саҡыра һәм иргә мутлашыусыларҙың ҡулына эләккәнен аңлата.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип өндәй. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһын файҙаланып, инвестицияларға тәҡдим итәләр икән - уларҙың мутлашыусылар икәнен белегеҙ. Һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Үҙегеҙҙе һәм аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ! Мутлашыу тоҙағына эләкмәҫ өсөн, таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙа уяу һәм һаҡ булығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас