Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2024, 16:00

Теләк

Күк тауҙарға менеп илһам табам, Киреп асам күңел пәрҙәһен. Дуҫтарыма минең күңел асыҡ, Һатлыҡйәндәр генэ кермәһен! Тирә-яҡта күпме ҡоштар һайрай Аңлатырға теләп үҙ йырын. Беләм, улар ситтә куреп ҡайтҡан Ҡанлы һуғыш ,утлы яу ҡырын. Һуғыш тиһәм, минең йөрәк әрней, Хәүеф-һағыш арта күңелдә. Ямғырҙан һуң сыҡҡан матур йәйғор Күпер һалған зәңгәр күгемдә. Иһ ,шул йәйғор күперенән үтеп Баҫҡым килә Хоҙай алдына. Эй, Хоҙайым һуғыштарҙы туҡтат, Күҙ йәштәрен түгәм шым ғына... Кеше ғүмеренең ҡәҙере юҡ, Ит турағыс турай ни бары. Күсәренән ысҡынмаҫмы тимә, Бер көн килеп беҙҙең Ер шары. Күҙ йәштәрен түгеп әсә ҡоса Тере улын тугел , мәйетен. ...Эй , Хоҙайым, туктат һуғыштарҙы-, Тол ҡатындар илай ,мең етем... Күпме бала ҡала мең етем ,.... Д.Махмутдинова. Учалы.

ТеләкТеләк
Теләк

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас