Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2024, 03:00

Ташҡабаҡтан “кәмәләр”

Кәмәгә йәшелсәләр, ит, сыр һәм башҡа тәмләткестәр тултырһаң... Бик тәмле ризыҡ килеп сыға.

Ташҡабаҡтан “кәмәләр”Ташҡабаҡтан “кәмәләр”
Ташҡабаҡтан “кәмәләр”

Ике ташҡабаҡ, бер помидор, 200 – 250 г тауыҡ түшкәһе, 100 г самаһы ҡаты сыр, ике ҡалаҡ ҡаймаҡ, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, самалап тоҙ һәм ҡара борос алына.

Ташҡабаҡты әрсеп (йәш булһа, әрсемәҫкә лә мөмкин), оҙонсалап икегә бүлергә һәм эсен алырға. Был кәмә була ла инде. Төбөн тишеп ҡуймағыҙ. Тауыҡ түшкәһен, помидорҙы ваҡлап турарға. Уларҙы бергә ҡушып, ҡаймаҡ, ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып, яҡшылап бутарға. Ошо эслекте “кәмәгә” – ташҡабаҡҡа һалырға.

Бешерә торған форманы (табаны) үҫемлек майы менән майлап, кәмәләрҙе һалып, 180 градус эҫелектәге духовкала 40 минут бешерергә. Шул ваҡыт үткәс, алып, өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, тағы 10 – 15 минутҡа ҡуйырға.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас