Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2024, 14:00

Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...

Бәлки, кемдер үҙен йәки яҡынын таныр. 

Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...
Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...

Учалы ҡалаһында йәшәүсе 84 йәшлек Маһинур Нурый ҡыҙы Сиражитдинованың шәхси фотоальбомынан алынған фотолар.

Тәүге фотола Баймаҡ районы Торф* ауылы ҡыҙҙары: (һулдан уңға) Флүрә, Сәлимә, Таңһылыу, Гөлшат, Маһинур, Люциә. 1958 йылғы фото. 

Икенсе фотола Сибайҙа бер мәлдә эшләгән ҡыҙҙар: (алғы рәттә һулдан уңға) Мәфтүха, Зәйтүнә, Римма, Гөлсирә; (артҡы рәттә) Зәбирә, Маһинур, Рәйфә.

Өсөнсө фотола Сибай драма театры артистары (исемдәре билдәһеҙ).

Дүртенсе фотола Маһинур Нурый ҡыҙының ҡайныһы - Мозафар Шәйхитдин улы Сиражитдинов. Ул Учалы районы Түләк** ауылынан булған.

* Торф - Шура ауыл советына ҡараған 2-се участка торф эшкәртеү ҡасабаһы. Баймаҡ баҡыр иретеү заводы ябылғас, 1966 йылда Торф халҡы эргә-тирәләге ауылдарға күсенеп бөтә. Шура ла бөткән ауылдар исемлегендә.

** Түләк - Сәфәр ауыл советына ҡараған ауыл. Ильинка менән Шартым араһында булған. 1979 йылдан алып бөткән ауылдар исемлегендә.

 

Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...
Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...
Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...
Ошо фотолар үткән быуаттан сәләм кеүек...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас