Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь , 15:00

Октябрь ниндәй буласаҡ?

Көҙҙөң икенсе айына синоптиктар фаразы бар. Әммә, белеүегеҙсә, байтаҡҡа алдан күҙаллау йыш ҡына дөрөҫкә лә сыҡмай... 

Октябрь ниндәй буласаҡ?
Октябрь ниндәй буласаҡ?

Ай башы болотло буласаҡ. Тик һыуытмай: тәүге көндәрҙә +15, +17 градус торор әле. Төндә лә +10 градусҡаса етеүе мөмкин.

Октябрҙең икенсе декадаһынан һалҡынайта башлаясаҡ. Белгестәр фаразлауынса, 10-ынан һуң көндөҙгө температура +10 градустан да күтәрелмәҫ, моғайын. Ямғырҙар башланасаҡ, тиҙәр. Көндәр күберәк болотло буласаҡ.

Ҡайһы бер метеорологтар тағы ла аномаль ай вәғәҙә итә. Йәнәһе, ныҡ ямғырлы, ҡарлы, елле. Һәр хәлдә октябрь аҙағында ҡыш яҡынлашыуын тоясаҡбыҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: