Кисен Раевский ауылында Мәктәп тыҡрығында 15 йәшлек үҫмер фарҙарын яндырмаған килеш "Комета" мопеды менән идара иткәндә ҡаршы килгән "Луидор" ашығыс медицина ярҙамы автомашинаһы менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған туғыҙынсы синыф уҡыусыһы медицина учреждениеһына оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472