Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2024, 07:30

Өфөлә 1,5 йәшлек бала әсәһен балконда бикләп ҡуйған

Бер ни ҙә һиҙмәгән әсә тыныс ҡына керҙәр элгән саҡта, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай балкон ишеген бикләй ҙә ҡуя. Етмәһә, әсәһенә тәҙрә аша ҡыуанып ҡарай, йәнәһе лә, яңы шөғөлгә өйрәнгән! 

Өфөлә 1,5 йәшлек бала әсәһен балконда бикләп ҡуйғанӨфөлә 1,5 йәшлек бала әсәһен балконда бикләп ҡуйған
Өфөлә 1,5 йәшлек бала әсәһен балконда бикләп ҡуйған

Ҡатынға Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Уларҙы ғаилә башлығы саҡырған, сөнки ваҡытында өйгә ҡайтҡан ир ҙә фатирға инә алмаған - ишек эске яҡтан бикле булған. Ҡотҡарыусылар баҫҡыс һәм альпинист ҡорамалдары ярҙамында өсөнсө ҡаттағы балконға күтәрелә һәм ишекте аса. Бәләкәй бала хатта ҡурҡмаған да.

Фото: https://vk.com/ufa_ss112

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас