Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2024, 09:45

Балалар баҡсаһына "Әсәлек капиталы"н түләп буламы?

"Әсәлек капиталы"н файҙаланыуҙың тағы бер ысулы — балалар баҡсаһына түләү. Ҡайһы баланың баҡсаға йөрөүе – сертификат тәғәйенләнгән баламы йәки уның ағаһы-ҡустыһы йә апаһы-һеңлеһеме – мөһим түгел.

Балалар баҡсаһына "Әсәлек капиталы"н түләп буламы?Балалар баҡсаһына "Әсәлек капиталы"н түләп буламы?
Балалар баҡсаһына "Әсәлек капиталы"н түләп буламы?

Балалар баҡсаһында өҫтәмә түңәрәктәр һәм секциялар, мәҫәлән, сәнғәт йәки спорт секциялары булһа, улар өсөн дә әсәлек капиталы ярҙамында түләргә мөмкин.

❓Нисек түләргә?

- Һеҙ һайлаған балалар баҡсаһының белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булыуын «Рособрнадзор» сайтында тикшерегеҙ (vk.cc/cb5Q29).

- Әгәр барыһы ла тәртиптә икән, уның менән килешеү төҙөгөҙ. Документта йәки уға өҫтәмә килешеүҙә әсәлек капиталы иҫәбенән түләүегеҙҙе билдәләгеҙ.

- Ошо хаҡта Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза бирегеҙ.

💻 Шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланырға мөмкин:

* «Әсәлек капиталы менән идара итеү» бүлеген табығыҙ;

* «Баланын белем алыуы» тигән ҡушымтаға күсегеҙ;

* белем биреү ойошмаһының «Балалар баҡсаһы» категорияһын һайлағыҙ;

* үҙегеҙгә ниндәй хеҙмәт кәрәклеген күрһәтегеҙ: әгәр балалар баҡсаһына йөрөү булһа — «Күҙәтеү һәм тәрбиә», әгәр түңәрәк йәки секция булһа — «Белем биреү хеҙмәттәре»;

* ғариза тултырығыҙ һәм «Ебәрергә» төймәһенә баҫығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас