Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2024, 04:58

Китапханала виртуаль концерт залы эшләй

Бөгөнгө китапханалар эшмәкәрлеген шаҡтай киңәйтте. Китап һөйөүселәр унда оҫталыҡ дәрестәре лә ала, концерт та тыңлай, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙа ҡатнаша.

Китапханала виртуаль концерт залы эшләйКитапханала виртуаль концерт залы эшләй
Китапханала виртуаль концерт залы эшләй
Межгорье ҡалаһының үҙәк китапханаһында "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса виртуаль концерт залы барлыҡҡа килгән. Ул - Башҡортостанда конкурста һайлап алынған ете учреждениеның береһе.
Хәҙер китапхана халыҡты үҙенә тағы ла нығыраҡ тартып торасаҡ. Бында өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы һәм яңы сәнғәт әҫәрҙәре менән танышыу мөмкинлеге булдырылды. Онлайн йәки яҙмала концерт ҡарау өсөн заманса ҡорамалдар, акустик система алынған.
 
Фото: Администрация ЗАТО Межгорье Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас