Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября 2024, 13:15

Өфөлә капиталь ремонтҡа иғәнә берҙәм түләү документына индереләсәк

Өфө халҡы өсөн капиталь ремонтҡа иғәнә Башҡортостан Республикаһының Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп-хисап үҙәгенән (ЕИРЦ) ебәрелгән берҙәм түләү документына индереләсәк.Был квитанцияларҙы атап үтелгән үҙәктән алған кешеләргә генә ҡағыла.

Өфөлә капиталь ремонтҡа иғәнә берҙәм түләү документына индереләсәкӨфөлә капиталь ремонтҡа иғәнә берҙәм түләү документына индереләсәк
Өфөлә капиталь ремонтҡа иғәнә берҙәм түләү документына индереләсәк

Бындай документтар 2024 йылдың 1 октябренән ебәреләсәк.

📧 Быға тиклем квитанцияны электрон төрҙә алған булһағыҙ — иҫәп-хисап элекке форматта килеүен дауам итәсәк.

Иғәнә күләме, түләү тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.

Түләү ваҡыты – иҫәп-хисаптан һуң килгән айҙың 10-сы көнөнә тиклем. Хеҙмәт өсөн айырым QR-код буйынса түләргә кәрәк.

💳 Түләү ысулдары ла үҙгәрешһеҙ ҡала:

* ВТБ банкында һәм Почта банкта (комиссияһыҙ);

kapremont02.ru сайтындағы шәхси кабинетта йәки «Юрта» мобиль ҡушымтаһы аша (түләү документын электрон төрҙә алыуға ризалыҡ булғанда – комиссияһыҙ);

- 2024 йылдың октябренә тиклемге Төбәк операторы квитанцияларында күрһәтелгән реквизиттар һәм шәхси иҫәп номерҙары буйынса башҡа банктарҙа (комиссия алыуҙары ихтимал);

- үҙегеҙҙең банкта элек көйләнгән автотүләү аша.

✉ Квитанциялар таратыу мәсьәләһе буйынса Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп-хисап үҙәгенә сәғәт 08:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем (дүшәмбе – шәмбе) телефон аша мөрәжәғәт итегеҙ: 8 (347) 222-22-00, 8 (347) 222-22-55.

📞 Капиталь ремонтҡа иғәнәләр иҫәпләүгә бәйле һорауҙар менән Төбәк операторына сәғәт 09:00-ҙан 20:00 сәғәткә тиклем 8 (800) 775-69-77 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә була.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас