Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября 2024, 13:00

Өфөлә 16 йәшлек водитель ҡатынды бәрҙергән...

Водитель таныҡлығы булмаған үҫмер кисен "Деу Нексия" автомобилендә Карьера урамында ҡатынды бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Өфөлә 16 йәшлек водитель ҡатынды бәрҙергән...Өфөлә 16 йәшлек водитель ҡатынды бәрҙергән...
Өфөлә 16 йәшлек водитель ҡатынды бәрҙергән...

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла, һуңынан йәрәхәттәрҙән вафат була. Үҫмерҙе эҙләп табып, полиция хеҙмәткәрҙәре тотҡан. Әлеге ваҡытта суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға һәм дәлилдәр базаһын йыйыуға йүнәлтелгән башҡа тикшереү һәм процессуаль ғәмәлдәр башҡарыла. Был турала БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас