Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә өс йорт, гараж һәм ике еңел автомобиль (Mitsubishi Lancer һәм ВАЗ-2114) янған була. Янғын һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфөнөң муниципаль янғын һүндереү хеҙмәте янғын һүндереүселәре йәлеп ителә (21 кеше һәм 7 берәмек техника). Күмәк тырышлыҡ менән янғын һүндерелә. Зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.
Фото: МЧС РБ.