Яҡынса зыян 12 млн һум тәшкил иткән. 10-ға яҡын граждан банк иҫәбенән аҡсаһы юғалыу тураһында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Учалы ҡалаһынан 44 йәшлек медицина учреждениеһында эшләүсе ҡатынды шик аҫтына алған. Ҡатынды полиция бүлегенә алып килгәс, ул бына нимәләр һөйләгән.
Февралдә интернет селтәрендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында иғлан күреп ҡала. Килемен арттырырға теләп, ул үҙе хаҡында мәғлүмәт ҡалдыра. Күпмелер ваҡыттан һуң уға “инвестиция платформаһы вәкилдәре” сыға. Мутлашыусылар алдан уйланылған схема буйынса эш итә: уны бер нисә кредит алырға ышандыра. Ҡатын тап шулай итә лә һәм ул аҡсаларҙы “отошло проект”ҡа индерә. Әммә дивиденттар ала алмай, сөнки банктар уға башҡа кредит бирмәй башлай. Һөҙөмтәлә кураторҙары таныштарына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә.
Ике аҙна буйы ҡатын таныштарын төрлө банк операциялары эшләргә өгөтләй һәм онлайн рәүештә уларға төрлө кредиттар алырға булышлыҡ итә. Алынған аҡсаларҙы шулай уҡ “инвестиция платформаһы”на күсерә бара. Ҡатынға ышанған таныштары миллионлап кредитҡа батҡандарын һиҙмәй ҙә ҡала. Белеп ҡалғас, полицияға мөрәжәғәт итәләр.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Яҡынса зыян 12 млн һум тип күҙаллана. Медицина хеҙмәткәренең аферистарға дөйөм күпме сумма күсереүе асыҡлана.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.