Хәтерегеҙҙәлер, июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм “Лаки” хәйриә фондының попечителлек советы ағзаһы Антонина Миненко булып киткәйне. Шул саҡта бәләкәй пациенттар өсөн яраҡһыҙ бүлмәләрҙә ремонт эштәре үткәрергә ҡарар ителде.
Хәйриә фонды көсө менән педиатрия бүлегендә ҙур күләмдә ремонт эштәре эшләнгән: уйын бүлмәһе өсөн бөтә кәрәкле йыһаз һәм балалар йоҡо кәрәк-яраҡтары, шул иҫәптән яңы матрастар, юрғандар һәм мендәрҙәр һатып алынған. Бөгөнгө көндә бында балалар өсөн уйын бүлмәһе, ата-әсәһе баш тартҡан балалар өсөн палата, ике ванна-кер йыуыу бүлмәһе һәм дүрт палаталы ике бокс ремонтланды, мебелдәр, сантехника алмаштырылды.
Бынан тыш, депутаттар дауаланған бәләкәй пациенттар өсөн китаптар, уйындар һәм уйынсыҡтар йыйыуҙы ойошторған. Акцияның кураторы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров. Әйткәндәй, хәйриә акцияһында Кушнаренко районынан 9 йәшлек Амаль ҡатнашҡан. Малай Белореттағы кескәй пациенттар өсөн уйынсыҡтар йыйыуҙарын ишетеп, шәхсән ҡоролтай ағзаларына мөрәжәғәт иткән һәм улар аша бүләктәрен тапшырған.
Стационарҙың педиатрия бүлеге 51 койкаға иҫәпләнгән (45 педиатрия, 5 яңы тыуған сабый патологияһы, 1 паллиатив медицина ярҙамы). Бүлексә район-ара балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәге булып тора, бер йылда бүлектә Белорет медицина округына берләшкән Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондарынан 1,5 меңдән 2 меңгәсә бала дауалана, беркетелгән балалар һаны 61 мең тәшкил итә.