“Жилстройсбережение” программаһында ҡатнашыусыларға льгота бирелә. Белешмә өсөн +7 (347) 285-00-97 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтыратырға кәрәк.
Хәрби комиссариаттан справка, программала ҡатнашыусынан ышаныс ҡағыҙы (доверенность) талап ителә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, льготаға ярашлы, программа буйынса асылған иҫәптән аҡсаны (тупланыу ваҡыты биш йәки алты йыл) шәхси кәрәк-яраҡҡа ҡаҙнанан күсерелгән иғәнә менән тулыһынса сығарып ала ала. Шулай уҡ яугир программала ҡатнашыуҙы бер ниндәй штрафһыҙ туҡтатып тороп, МХО-нан ҡайтҡас, ҡабаттан тергеҙеү хоҡуғына эйә.