Конкурсты Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы ойоштора. Быйыл конкурстың финалы 23-27 сентябрҙә Өфөлә – «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе Татьяна Воробьева эшләгән ҡалала үтәсәк. 26 сентябрҙә тантаналы сарала лауреаттар бүләкләнәсәк һәм абсолют еңеүсе - өҫтәмә белем биреүҙең иң яҡшы педагогы иғлан ителәсәк. Традицион рәүештә тап ошо конкурстан педагогик хеҙмәткәрҙәр өсөн илдең төп профессиональ конкурстары финалдары линейкаһы асыла.
Бынан алда өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең «Йөрәгемде балаларға бирәм» бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының федераль финал этабында ҡатнашыусылар билдәләнде. Улар тип Рәсәйҙең 42 төбәгенән 90 өҫтәмә белем биреү педагогы танылды. Конкурстың федераль ситтән тороп уҡыу этабында илдең 82 төбәгенән 454 педагог ҡатнашты, уларҙың 90-ы финалсы тип танылды.
Федераль финал этабында жюри ҡатнашыусыларҙы туғыҙ номинацияла баһалаясаҡ һәм техник, художестволы, тәбиғәт фәндәре, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү, физкультура-спорт һәм социаль-гуманитар йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем биреүҙең иң яҡшы педагогтарын, шулай уҡ инвалид балалар менән эшләүсе иң яҡшы педагог билдәләйәсәк.