Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2024, 17:50

Ирекмәнлек эше беҙҙең уртаҡ

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе  илдәре өсөн 2024 йыл Ирекмәндәр хәрәкәте йылы тип иғлан ителгәйне.  

Ирекмәнлек эше беҙҙең уртаҡ
Ирекмәнлек эше беҙҙең уртаҡ

 

Ул дәүләттәрҙең үҙ-ара гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүҙе, социаль әһәмиәттәге ирекле инициативаларҙы һөҙөмтәле яҡлауҙы күҙ уңында тота. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең 

 XVII ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында «Йәшлек House» йәштәр йортонда «Ирекмәнлек йәмғиәтте үҫтереү ресурсы: быуындар бәйләнеше» майҙансығы үтте. Унда Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстандан килгән йәштәр үҙҙәрендәге ирекмәнлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ирекмәнлектең төрлө мәҙәниәттәрҙе һәм милләттәрҙе берләштереүҙә әһәмиәте арта бара. Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты вазиһын башҡарыусы Вито Сабиров Башҡортостан менән Үзбәктан йәштәре араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлөүе тураһында хәбәр итте. Был ваҡиғаны : «Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ яҙыла башланы» – тип билдәләне  Үзбәкстандың ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе  Ширин Абидова.

 Дискуссия майҙансығында БР Республиканың  Халыҡ-ара дуҫлыҡ клубы асылды.Унда хәҙер йәштәр мәғарифта, фәндә, сәнғәттә, спортта, мәҙәниәт өлкәһендә төрлө проекттарҙы бергәләп эшләйәсәк.

17 йәшлек Джахонгир Курбонзода – Таджикстандан килгән ирекмән. Ул 15 йәшенән был социаль йүнәлештәге эшкә ҡушылған. Спорт менән әүҙем шөғөлләнгән егет ирекмәнлек эшендә үҫергә теләй.

– Үҙ ғәмәлдәребеҙ менән беҙ кешеләргә изгелек кенә эшләйбеҙ. Был күңелебеҙҙе үҫтерә, беҙҙе бәхетле итә. Йәштәр йортондағы һөйләшеүҙә башҡа дәүләттәрҙә йәштәрҙең ирекмәнлек проекттары менән танышыу ҡыҙыҡлы булды,– ти ул.

Егеткә Өфө, Башҡортостандағы ҡунаҡсыллыҡ, форумдың ойоштороу кимәленең юғары булыуы оҡшаған.  Джахонгир киләсәктә үҙен дипломат итеп күрергә теләй. Киләһе йыл мәктәпте тамамлаясаҡ егетте баш ҡалабыҙға уҡырға ла саҡырғандар.

– Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр йүнәлеше буйынса уҡырға теләгем бар. Кем белә, бәлки Өфөгә лә уҡырға килермен әле, – ти  киләсәктәге пландары менән уртаҡлашып Таджикстан ҡунағы. 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: