Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2024, 16:00

Сибай ашнаҡсылары республика кулинар чемпионатында еңеү яуланы

Сибайҙарҙың "Бәләкәй сәйәхәтсе" торты иң яҡшыһы тип табылды. 

Сибай ашнаҡсылары республика кулинар чемпионатында еңеү яуланыСибай ашнаҡсылары республика кулинар чемпионатында еңеү яуланы
Сибай ашнаҡсылары республика кулинар чемпионатында еңеү яуланы

  “Престиж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Сибай командаһы “Тәмле юл” дөйөм белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары командалары араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса республика конкурсында  ҡатнашты.  Сара Өфөлә үтте.

Финалға Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат, Миәкә, Сибай командалары сыҡты. Конкурста ҡатнашыусылар шәкәр диабеты менән ауырыусы 7 – 11 йәшлек  балалар өсчөн махсус рацион әҙерләп, шуны яҡланылар.

Сибай күп профилле профессиональ колледжы уҡытыусыһы Илүзә Ҡолоева “Балалар торты” һәм “Гастрономик сувенир” номинацияларында үҙенең оҫталығын күрһәтеп, “Бәләкәй сәйәхәтсе” торты өсөн I дәрәжә дипломға һәм кубокка лайыҡ булды.

 — Конкурс бик етди булды, төп бурыс –  сағыу, иҫтәлекле һәм ғәҙәти булмаған торт әҙерләү ине. Беҙ команда менән уны болоттар менән биҙәлгән зәңгәр Ер шары формаһында эшләргә ҡарар иттек. Уның  бәләкәй генә самолеты һәм сәйәхәтсеһе лә бар ине. Эслеге өсөн балаларға бик файҙалы булған йәшелсәне – кишерҙе һайланыҡ, – тип һөйләй Илүзә Ҡолоева.  – “Гастрономик сувенир”  конкурсында “Престиж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте командаһы менән “Минең Башҡортостаным” тигән мини-тортты күрһәттек. Беҙ уны быйыл Инвестиция һабантуйында бешергәйнек. Ул саҡта беҙҙең торт бик ҙур һәм 512 кг ауырлыҡта ине.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас