Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2024, 14:00

Сөгөлдөр ныҡ файҙалы

Баҡсағыҙҙа сөгөлдөр өлгөрөп еткәндер. Әле уның иң һутлы һәм файҙалы сағы. Был йәшелсәлә витамин кишергә һәм татлы боросҡа ҡарағанда аҙыраҡ, әммә япрағы А витаминына бай. Ә үҙендә йөрәк сирҙәрен иҫкәртеү өсөн бик тә файҙалы булған В9 витамины күп.

Сөгөлдөр   ныҡ файҙалыСөгөлдөр   ныҡ файҙалы
Сөгөлдөр ныҡ файҙалы

 Йод, тимер, цинкка бай булыуы менән иһә сөгөлдөр матдәләр алмашыныуы, енси биҙҙәрҙең эшмәкәрлеге, ҡан әйләнеше  боҙолоуына бәйле ауырыуҙарҙы дауалауҙа иң яҡшы тәбиғи  дарыу булып тора.   

 Атап әйткәндә, сөгөлдөр:

  • Анемияны дауалай һәм гемоглобинды күтәрә;
  • Организмда яңы күҙәнәктәр булдырырға ярҙам итеп, йәшәртеү көсөнә эйә;
  • Күҙәнәклеккә һәм органик кислоталарға бай булыуы менән матдәләр алмашыныуын көйләргә булышлыҡ итә, аш эшкәртеүҙе һәм эсәктәрҙең функцияһын яҡшырта;
  • Составындағы пектиндар эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта, зарарлы паразиттарҙан арындыра;
  • Токсиндарҙан ҡотолдора;
  • Яман шештәрҙең барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә һәм үҫешен тотҡарлай;
  • Ҡан тамырҙарын таҙарта;
  • Гипертония менән атеросклерозды дауалауҙа ярҙам итә;
  • Ир-егеттәрҙең енси әүҙемлеген көсәйтә;
  • Ҡатын-ҡыҙҙарға күремде ауыртыныуһыҙ үткәрергә ярҙам итә;
  • Бәүел ҡыуыу һәм эс йомшартыу үҙенсәлегенә эйә;
  • Ялҡынһыныуға ҡаршы торорға ярҙам итә;
  • Нервы системаһын нығыта, тынысландыра, депрессияға ҡаршы торорға көс бирә;
  • Организмдың ҡаршы тороу көсөн күтәрә;
  • Күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлай;
  • Йодҡа бай булыу сәбәпле, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалауҙа алмаштырығыһыҙ сара;
  • Магнийға бай булыуы йөрәк мускулдарын нығытырға, атеросклерозға ҡаршы торорға ярҙам итә;

Ҡыҫҡаһы, сөгөлдөрҙөң сәләмәтлек өсөн файҙаһы иҫ киткес ҙур. Шулай ҙа медицина күҙлегенән ҡарағанда,  уны күпләп ҡулланыу һәр саҡ  үҙен аҡламай. 

Ҡайһы осраҡта сөгөлдөр ашау тыйыла?

  • Гастрит һәм  язва ауырыуы көсәйгәндә.  Ашҡаҙандың кислоталылығы юғары булғанда ла һаҡ булыға кәрәк. 
  • Бөйөрҙәр эшләп етмәгәндә һәм таш ауырыуҙары булғанда.  Уның составындағы ҡуҙғалаҡ кислотаһы  шыйыҡлыҡтың кристалланыуына  килтерә һәм  бәүел ҡыуыу органдарындағы сирҙәрҙе  аҙҙыра. 
  • Ҡан баҫымы түбән булғанда. Уны тағы ла  төшөрә.   
  • Остеопороз булғанда. Сөнки сөгөлдөр   кальцийҙың үҙләштерелеүен тотҡарлай. 
  • Диареяла һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда. Эсте йомшартыу үҙенсәлегенә эйә булғанлыҡтан, хәлде тағы ла насарайтып ебәреүе ихтимал.     
  • Артрит һәм подагра менән сирләүселәргә лә уның яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителмәй. Сөнки быуындарҙағы ялҡынһыныу процесын көсәйтеп ебәреүе ихтимал. 
  • Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә сөгөлдөр ашауҙы сикләү кәрәк.  Сөнки унда шәкәр күп.

Дөйөм алғанда, сөгөлдөрҙөң,  зыянына ҡарағанда,  сәләмәтлеккә файҙаһы күберәк.  Тимәк, уны әҙ-әҙләп ашағанда, артыҡ ҡурҡынысы юҡ.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас