Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2024, 10:00

12 йыл табиплыҡҡа уҡып, ауылға эшкә ҡайтҡан

Гүзәл Баязитова "Ауыл табибы" программаһы буйынса Баймаҡ районының Темәс ауылына терапевт булып эшкә ҡайтҡан. 

12 йыл табиплыҡҡа уҡып, ауылға эшкә ҡайтҡан12 йыл табиплыҡҡа уҡып, ауылға эшкә ҡайтҡан
12 йыл табиплыҡҡа уҡып, ауылға эшкә ҡайтҡан

 

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы  республикала ауыл халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген киңәйтеүгә һәм уның сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән  «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Был проекттар республиканың төпкөл ауылдарына һәм эшселәр ҡасабаларына өс меңдән ашыу белгесте йәлеп итеү мөмкинлеге биргән.

2024 йылда 129 медицина хеҙмәткәре «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан. Тағы ла 33 белгес «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса ауылға эшкә барасаҡ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ауыл ерендә эшләүҙе һайлаған табиптар 1 млн һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем аҡса аласаҡ. Фельдшерҙәр һәм шәфҡәт туташтарына иһә 500 мең һумдан алып 750 мең һумға тиклем  аҡса түләнәсәк.

 Әйткәндәй, быйыл “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры”  программаһында  ҡатнашыусыларҙың исемлеге киңәйтелгән. Хәҙер уларға табип-реабилитологтарҙы, остеопаттарҙы, эпидемиологтарҙы, торакаль һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтарын, шулай уҡ процедура һәм табип амбулаторияһындағы участка шәфҡәт туташтарын да индергәндәр.

Һүҙ юҡ, был  программаларҙың әһәмиәте бик ҙур. Беренсенән, ул йәш белгестәрҙе ауылға эшкә ҡайтарыуға булышлыҡ итә, икенсенән, яңы эш башлаған йәштәргә ҙур матди ярҙам да булып тора.

Баймаҡ районында ла был программа буйынса быйыл эшкә ҡайтыусылар бар. Шуларҙың береһе  – Темәс ауылына терапвет булып килгән Гүзәл Баязитова. 

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙа  бала саҡтан табип булыу теләге уяна. Үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн өс уҡыу йортон тамамлай: Сибай медицина колледжында шәфҡәт туташына уҡый,  Ырымбур дәүләт медицина уиверситетында  дауалау эше буйынса алты йыл белем ала һәм Өфөлә терапия буйынса ординатура тамамлай. Шул ваҡыт араһында Сибайҙа, Өфөлә поликлиникаларҙа эшләп тә өлгөрә.  Быйыл иһә тыуған яғына эшкә ҡайтырға ҡарар итә.

“Ошондай яҡшы мөмкинлек менән ниңә файҙаланмаҫҡа? Өҫтәүенә, ауыл табиптарына Путин аҡсалары ла өҫтәп түләнә. Эш хаҡы ҡалалағынан күпкә юғарыраҡ булырға тейеш. Дөрөҫ, мин әле яңы ғына эшкә урынлаштым, шуға әлегә бер нәмә лә алғаным юҡ, әммә булыр, тип өмөтләнәм. Икенсенән, минең тыуған ауылым эргәлә генә, рәхәт. Эшкә лә көн дә йөрөп эшләйем”, – ти ҡыҙ  “Ни өсөн ауылға эшкә ҡайтырға булдың?” тигән һорауға яуабында.

  • Темәстә эшләү өсөн бар мөмкинлек булдырылған Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, процедура кабинеты, тағы көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар. Уларҙың барыһы ла кәрәкле медицина ҡоралдары менән йыһазландырылған. Мин табип амблуторияһында халыҡты ҡабул итәм.

 Өфөлә эшләгәндә, эш ныҡ күп һәм ауыр ғына ине. Унда ауырыуҙар алдан яҙылып та килә, өҫтәүенә, бындай пациенттарҙы ла ҡарап, дауалау тәғәйенләргә тура килә ине.  Бында әле яңы ғына эшләй башлағас, әлегә эштең ауырмы-түгелме икәнен әйтә алмайым, – ти Гүзәл Илдар ҡыҙы, эше хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Тик шуны ышаныслы әйтергә була: 12 йыл табипҡа уҡырға үҙендә көс һәм ныҡышмалылыҡ тапҡан икән, тимәк, юҡҡа түгел. Ауылда эштә лә һынатмаҫ, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығыр, тигән ышаныс ҙур.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас