Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2024, 12:00

Маринадланған һарымһаҡ

Һарымһаҡты серей тип ҡурҡһағыҙ, маринад яһап ҡуйығыҙ.

Маринадланған һарымһаҡМаринадланған һарымһаҡ
Маринадланған һарымһаҡ

 

Маринад өсөн: 1 литр һыуға – 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе.

Һарымһаҡты әрсеп, таҙартып, 3-4 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, банкаға һалырға. Маринад өсөн ҡайнар һыуға шәкәр һәм тоҙ һалып, ике минут тирәһе ҡайнатырға, уттан алыр алдынан ғына аш һеркәһен өҫтәргә. Ҡайнар тоҙлоҡто банкаға  ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, аҫтын-өҫкә әйләндереп, йылы әйбер менән ябып, һыуытырға ҡуйырға.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас