Унда Әзербайжан, Үзбәкстан, Таджикстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыстандан килгән спикерҙар үҙҙәренең мәҙәниәте, был тармаҡтағы ижади проекттары, килеп тыуған мәсьәләләрҙә үҙҙәренең дәүләттәрендәге хәл итеү механизмдары тураһында һөйләне.
Сараны алып барыусы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте һәм мәғариф системаһы тураһында һөйләне.
Үҙ сығышында ул республикабыҙҙың мәғариф системаһы илебеҙҙә иң ҙурҙан һаналыуы һәм 100-ҙән ашыу милләт йәшәгән төбәгебеҙҙә һәр халыҡтың үҙ мәҙәниәтен, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп йәшәүен билдәләне. Ғалимә ҡунаҡтарҙа мәктәптәрҙә алты телдә белем бирелеү ойошторолоуын , ун телдең предмет булараҡ өйрәленеүен, һәр ҙур милләт төркөмөнә ҡарата беҙ телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау сәйәсәтен үткәреүебеҙҙе һәм БДБ дәүләттәренән беҙҙең вуздарҙа күп студенттарҙың һөнәр алыуын әйтте.
Үзбәкстандың Һынлы сәнғәт галереяһы директоры Камола Акилова фәнни-эҙләнеү эштәрендә Рәсәйҙең Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек итеүҙә төп партнер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Һәр мәҙәниәттә дөйөм кешелек һәм уртаҡ ҡиммәттәр бар. Ул оптимизм һәм гуманизмға йүнәлтелгән. Цивилизация кешелек донъяһына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерһә лә, мәҙәниәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала , ул беҙгә үҙенсәлек кенә өҫтәй. Мәҙәниәт, мәғариф, фән бер -береһенән айырылғыһыҙ. Бындай форумдар бик кәрәк.Традицион мәҙәниәткә, заманса сәнғәткә, креатив индустрияларға иғтибар булғанда беҙ гуманитар киңлектә хеҙмәттәшлек итеп, йөкмәткеле проекттар эшләй алабыҙ», – тине ул.
Төркмәнстандың Мәҙәниәт министрлығының Матди булмаған мираҫ объекттары идаралығы начальнигы Джамиля Ҡорбанова үҙенең телмәрендә башҡорттар менән төркмәндәрҙең мәҙәни мираҫында уртаҡлыҡтарҙы әйтеп үтте. Уның һүҙҙәренсә, Төркмәнстан үҙҙәренең шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм поулярлаштырыуға етди иғтибар бүлә. Төркмән классигы, ЮНЕСКОның «Донъя хәтере» реестрынана ингән шағир Мәхтумкули Фрагиның тыуыуына 300 йыл тулыуҙы илдә ҙурлап үткәргәндәр. Уның шиғырҙары төрлө телдәргә тәржемә ителгән, шәхескә бағышлап төрлө саралар, акциялар уҙғарылған. Киләсәктә Башҡортостан менән уртаҡ эштәребеҙ булыр, тип ышаныс белдерҙе ул. Дискуссияла Төркмәнстандан Башҡортостан вуздарында 2400 студенттың белем алыуы тураһында әйтелде.
Әзербайжандың сәнғәт буйынса эксперт советы председателе, профессор Улькар Әлиева тел, мәҙәниәт, традициялар халыҡты милләт итеп тотҡан үҙенсәлек булыуын әйтте. "Әгәр ҙә беҙ уларҙы юғалтһаҡ, маңҡортҡа әйләнәсәкбеҙ", - тине.
Фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға Белоруссияның Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Виктор Пшибытконың был дәүләттә китапханаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләүе лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әлеге көндә улар фондтарҙы цифрлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Сөнки электрон китаптарҙы ҡулланыуға ихтыяж ҙур. Рәсәйҙәге коллегалары менән Франциск Скоринаның бөтә әҫәрҙәрен һанлаштырған. Был күп томлыҡ БДБ илдәре дәүләттәре китапханаларына тапшырылған.
Илде фән күтәрә. Таджикстандың Милли академияһы Президенты Амадшо Илолов үҙ сығышында СССР тарҡалып, финанслау сығанаҡтары туҡтатылғас, фәнни йәмәғәтселек дәүләт яғынан яҡлауһыҙ ҡалыуын әтеп үтте. Уның һүҙҙәренсә, фәнни ойошмаларҙы һәр кем үҙенсә һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан. Беҙҙең президентыбыҙ иң ауыр йылдарҙа ла Фәндәр академияһының ябылыуына юл ҡуйманы, тип үҙҙәрендәге фән даирәһенә байҡау яһаны.
Дискуссияла ҡатнашыусылар донъяның глобалләштереү шарттарында дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә мәҙәниәттәр диалогы булдырыуҙың мөһимлеген белдерҙе һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау, танытыуҙа берләшеү, тәжрибәләр менән уртаҡлашып, хеҙмәттәшлек итеү юлдарын барланы.
Юлай Кәримов фотоһы.