Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2024, 14:00

Үҫмер 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән

 Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе – сит ил кешеһе.

Үҫмер 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгәнҮҫмер 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән
Үҫмер 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән

 Петербургта үҫмерҙе 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән өсөн ҡулға алалар. Тикшереү версияһы буйынса, 15 йәшлек Тажикстан гражданы 9 сентябрҙә Петербургтың Красносельский районындағы паркта уҡыусыға һөжүм итә. Үҫмер ҡыҙға бысаҡ менән янай, һуңынан уны йығып һалып көсләй. Мигрант мәктәп уҡыусыһының телефонын да урлай.

Ғәйепләнеүсене

ҡыҙыу эҙҙәр буйынса тиҙ генә ҡулға алалар. Мигрант ғәйебен таныған, уға «Көсләү һәм талау» статьяһы буйынса эш асылған. Был статьялар буйынса енәйәт яуаплылығына 14 йәштән тарттыралар.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас