Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2024, 16:00

Бул һин көслө

Бул һин көслө, әгәр рәнйетһәләр, Ныҡ бул, әгәр "арттан" һуҡһалар. Кисер, өйрән, ауырлыҡты баҫып, "Ғәфү ит" тип, әгәр килһәләр. Бул һин көслө әсе йәштәреңдән, Ныҡ бул килгән борсоу-ҡайғынан. Ышан, өйрән, өмөт өҙөлгәндә, Ваҡытлыса барлыҡ һынауҙар. Бул һин көслө әрнеү-ғазаптарҙан, Ныҡ бул, әгәр ташлап китһәләр. Ебәр, өйрән, нәфрәтеңә хатта, Лайыҡ түгел ундай кешеләр. Бул һин көслө барлыҡ ялғандарҙан, Ныҡ бул, әгәр ғәйбәт таҡһалар. Онот, өйрән, үҙең булып йәшә, Кешелегең бары юғалтма.. Эльвира Мавлеева

Бул һин көслөБул һин көслө
Бул һин көслө

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас