+24 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября 2024, 16:00
ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
Ауыр һүҙҙәремде кисер, йәнем, Атҡан уҡтай осто, һиҙмәнем. Сабырлыҡтың төбө - һары алтын, Ә мин, ярһыу йөрәк, түҙмәнем! Ҡаушап киттең, тының өҙөлгәндер, Аптырашта ҡалған күҙҙәрең. Күреп торам: бәғереңде телде Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙҙәрем. Үҙемә лә ҡыйын: тел һөйәкһеҙ, Ҡайһы ваҡыт алдан елдерә. Уйламаным: яман һүҙҙәр - ағыу, Дошманды ла хатта үлтерә. Һағыштарға һала күңелдәрҙе, Йоҡоларҙы ҡыуа төндәрен, Уҫал елдәй, тирә-йүнгә сәсә Көйгән мөхәббәттең көлдәрен! Һүҙҙәр әсеһенән татлы хистәр Кипкән гөлдәр ише онтала... Тотанаҡлыҡ, ныҡлы сабырлыҡҡа Нимә етә икән донъяла? Асыу-хистәремде йүгәнләрмен – Анттар бирәм мәңге үҙемә. Кисер, зинһар, йәнем, тик ышанма Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙемә. Зөһрә Рәхмәтуллина
ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"