Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта бурыслыға түләү тураһында талап ебәрелә, унда бурыстың булыуы (берҙәм һалым иҫәбенең кире сальдоһы), бурысты ҡапларға кәрәк булған түләү ваҡыты тураһында хәбәр ителә.
Талап бурыстың аныҡ суммаһын билдәләмәй һәм ыңғай йәки нуль сальдо барлыҡҡа килгәнгә тиклем ғәмәлдә була, шуға күрә бурыс суммаһы үҙгәргән осраҡта яңы талап ебәрелмәй. Бурыс суммаһын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең "Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет" сервисы ярҙамында контролдә тоторға мөмкин.
Талапты үтәү өсөн талап ебәрелгәндән һуң яңы барлыҡҡа килгән үтәлмәгән йөкләмәләрҙе иҫәпкә алып, бөтә булған бурысты, шул иҫәптән пеняларҙы һәм штрафтарҙы түләргә кәрәк.
Талапта тәҡдим ителгән түләү срогы тамамланғандан һуң, һалым түләүсе физик шәхес кире сальдоны ҡапламағанда, һалым органы банктарҙа аҡса иҫәбенә бурысты түләтеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм процессуаль документ (суд акты) сығарыу өсөн материалдарҙы судҡа ебәрә, уны алғас, һалым органы һалым түләүсенең банктарҙағы иҫәбенән түләтте әйләндерә.
Банктарҙа һалым түләүселәрҙең иҫәбендә аҡса булмағанда, бурысты түләтеү суд приставтары хеҙмәте аша башҡарыла.
Бурысты түләүҙе һуҙыу бурыстың күләмен иҫәпләнгән пенялар, суд эштәрен ҡараған өсөн дәүләт пошлинаһы, шулай уҡ суд приставтарының башҡарма ғәмәлдәренән сығымдар (башҡарыу йыйымдары) суммаһына арттырыуға килтерә.