Унда Сибай ҡалаһынан Дмитрий Платнов ҡатнашты.
– Форумда ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 74 төбәгенән 200 юннат һәм уларҙың 100 остазы бик ҡатмарлы һайлап алыу туры аша үтте. Миңә Башҡортостан Республикаһынан юннаттар командаһында форумда ҡатнашыру бәхете тейҙе. Ул Балалар экология-биология үҙәге методисы Нурия Ямантаева етәкселегендә күп һанлы республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһе.
Форумда беҙ экология проблемалары хаҡында фекер алыштыҡ, юннатар хәрәкәтен үҫтереү буйынса пландар ҡорҙоҡ, урындағы кухзняның ашүһыуын ауыҙ иттек, иҫ киткес ҡыҙыҡлы кешеләр: экологтар, космонавтар, вулканологтар һ.б менән осраштыҡ.
Беҙ бөйөк вулкандарҙы, бик тәрән мәмерйәләрҙе, төпһөҙ күлдәрҙе һәм сикһеҙ урмандарҙы күрҙек, Камчатка халҡының мәҙәниәте менән таныштыҡ һәм уның тәбиғәтен хөрмәт итергә һәм һаҡларға өйрәндек.ңБыл сәйәхәт беҙгә сын донъяны асыу булды, беҙҙең аңыбыҙҙы байытты, яңы дуҫтар табырға һәм тәбиғәтте һаҡлауҙың ҡиммәтен аңларға ярҙам итте», – тип яҙа Сибай ҡалаһынан Дмитрий Платонов.