Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2024, 09:25

Мутлашыусылар йоҡламай

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенә 77 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән.  

Мутлашыусылар йоҡламайМутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай

Пенсионерға «банк хеҙмәткәре»  шылтыратып, банк иҫәбендә шикле эшмәкәрлек күҙәтелеүе тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусы әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәтсене эҙләүен һәм ғариза биреүсене уны «асыҡлауҙа»ярҙам итергә күндергәнен һөйләй. Уның һүҙҙәренә ышанып, ҡатын 3 миллион һум күләмендә шәхси тупланма йыя һәм уларҙы килгән курьерға тапшыра.

 Туймазы районында йәшәүсе 51 йәшлек ир урындағы полиция бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Мессенджерҙарҙың береһендә ғариза биреүсегә билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен «кәрәҙле компания хеҙмәткәре» тип таныштыра һәм сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Ялған белгес быны алыҫтан телефонға килгән смс – кодтарҙы хәбәр итергә тәҡдим итә. Бер аҙҙан банктан шәхси мәғлүмәттәрҙең ситтәргә тапшырылыуы тураһында шылтыратыуҙар килә. Билдәһеҙ кешеләрҙең кредит алырға маташыуын булдырмау өсөн, ҡала кешеһе мутлашыусылар кәңәше буйынса 1,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштерә һәм уларҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерә.

 БР буйынса эске эштәр министрлығы таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип иҫкәртә. Әгәр банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренән шылтыратыу килһә, трубканы ҡуйығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан, коллегаларығыҙҙан һәм туғандарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номерығыҙ буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Заявкаларҙы тултырмағыҙ һәм тикшерелмәгән сайттарҙа мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡалдырмағыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас