Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2024, 10:10

БДБ йәштәр симфоник оркестры Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә гастролдәрен тамамлай

17 сентябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында сәхнәһендә бығаса булмаған концерт була.

БДБ йәштәр симфоник оркестры Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә гастролдәрен тамамлайБДБ йәштәр симфоник оркестры Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә гастролдәрен тамамлай
БДБ йәштәр симфоник оркестры Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә гастролдәрен тамамлай

Унда тамашасылар бер сәхнәлә ике берләшкән оркестрҙы - Башҡортостандың дәүләт оркестрын һәм биш дирижер етәкселегендәге БДБ-ның йәштәр симфоник оркестрын күрәсәк.

БДБ-ның йәштәр симфоник оркестры БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды инициативаһы буйынса ойошторолған. Оркестр тәүге тапҡыр 2007 йылдың ноябрендә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Ижади һәм фәнни интеллигенцияһының II форумына арналған концертта ҡатнашыу өсөн йыйылған.

Был көндәрҙә Башҡортостандың дәүләт оркестры менән ҡушыласаҡ йәштәр симфоник оркестры составына, ғәҙәттәгесә, берләшмә илдәренең йәш музыканттары, абруйлы музыкаль конкурстар еңеүселәре инде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас