Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2024, 04:47

Яңы биҫтәләрҙә - яңы юлдар

Башҡортостанда 2019 йылдан алып, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Стимул" программаһы буйынса яңы биҫтәләрҙә 18 саҡрымдан ашыу юл һалынған.

Яңы биҫтәләрҙә - яңы юлдарЯңы биҫтәләрҙә - яңы юлдар
Яңы биҫтәләрҙә - яңы юлдар
Мәҫәлән, Өфөлә август аҙағында Архитектор Рехмуков урамы асылған. Ул - яңы торлаҡ районында.
Республикала "Стимул" программаһы буйынса һуңғы биш йылда 24 юл, инженер, социаль инфраструктура объекты төҙөлгән. Быйыл баш ҡаланан тыш, Октябрьскийҙа, Салауатта, Өфө районында 9 объект төҙөлә.
Әлеге программаға ярашлы, эштәрҙең федераль, республика һәм урындағы муниципалитет ҡаҙналарынан финансланыуы шарт.
Фото: Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас