Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентября 2024, 11:00

Республикала кальян һәм вейп тартыуҙы тыйырға уйлайҙар

Һуңғы осорҙа был әйберҙәрҙе урамда төтәтеп йөрөгән үҫмерҙәр һәм йәштәр артты. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, быны тыйыу кәрәкме?

Республикала кальян һәм  вейп тартыуҙы тыйырға уйлайҙарРеспубликала кальян һәм  вейп тартыуҙы тыйырға уйлайҙар
Республикала кальян һәм вейп тартыуҙы тыйырға уйлайҙар

Башҡортостанда вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф һалыу ҡарала. Республика халҡын йәмәғәт урындарында: ихаталарҙа, парковкаларҙа, парктарҙа, туҡталыштарҙа, ер аҫты үткәүелдәрендә һәм башҡа ерҙәрҙә никотинлы бөтә прдукцияны ҡулланыуҙы тыйырға уйлайҙар. Республика парламенты депутаттары КоАП-ҡа тейешле үҙгәрештәрҙе сентябрҙәге ултырышта индерергә күҙаллай.

Әле йәмәғәт урындарында тәмәке тартҡан өсөн  500 һум күләмендә штраф һәм ҡабаттан ҡағиҙә боҙған осраҡта, 1000 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған. БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаттары  никотинлы бөтә продукцияға, шул иҫәптән кальян, вейпҡа ла  тыйыуҙы индерергә йыйына.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас