Датаны бөгөн БР Хөкүмәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә иғлан итәләр. «Ант ҡабул итеү – вазифаға тәғәйенләнгәндә Конституцияның мотлаҡ талабы», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21 процент тауыш йыйҙы. Бөтәһе 1,724 миллиондан ашыу һайлаусы тауыш биргән. Халыҡтың активлығына килгәндә, уларҙың 72,34 проценты һайлауға килгән, тип хәбәр иттеләр төбәк Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Фото: Башинформ.