Быйыл алты ай эсендә 16 558 бала донъяға килгән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был 5,1 процентҡа әҙерәк. 2023 йылдың ғинуар – июнь айҙарында 40 йәштән оло 784 ҡатын тәүге тапҡыр йәки ҡабаттан әсәй булған. 2024 йылда иһә уларҙың иҫәбе 823-кә еткән. Өҫтәүенә, шуларҙың 103-ө тәүге балаһын тапҡан.
Шул уҡ ваҡытта йәш әсәйҙәр һаны – 20 йәшкә тиклем бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар кәмей бара. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, ундайҙар быйыл 4,7 процентҡа (былтыр 486 булһа, быйыл 463) кәмегән.
Иң күбе 20 – 24 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар тәүге балаһын табырға баҙнат итә. Башҡортостанда ошо йәштәге 2017 гүзәл зат тәүге тапҡыр әсәй булған. Былтыр иһә 25 – 29 йәшлектәр араһында тәүге балаһын табыусылар күберәк булған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.